Понедельник
20.11.2017
03:18
ПРОЗА
МИНИАТЮРЫ             
 
 
 

ДЕДУШКИН ДНЕВНИК

ПЬЕСЫ


 

 
КАТЕГОРИИ
СТАТЬИ [37]
Форма входа
Друзья сайта
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz
  • Статистика

    Ты тоже здесь?: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0
    Рейтинг@Mail.ru Rambler's Top100

    ...

    Каталог статей

    Главная » Статьи » ПРЕССА » СТАТЬИ

    Буранда тыуған
    Драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Флорид Бүләковҡа – 60 йәш

    Драматург Флорид Бүләков үҙенең күп әҫәрҙәре менән исемен, илен Рәсәй театры офоҡтары сиктәренән алып сыҡты. Уның пьесаларын төрлө илдәрҙә йөҙ илленән ашыу театр сәхнәләштергән. Шуныһы ҡыҙыҡлы: драматургтың бер үк әҫәрен төрлө милләт театрҙары төрлө исемдәр аҫтында, үҙ милли асылы юҫыҡтарынан сығып уйнай.
    Флорид ағай әрһеҙ кеше түгел. Уның менән осрашып, әңгәмәләшербеҙ тигәнгә лә бер нисә йыл үтеп киткән. Күрәһең, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Февраль бурандары ҡарҙарҙы уйнатҡан, тәбиғәттә үҙ биҙәктәрен һалған бер мәлдә осрашырға насип булды. «Нишләй, тышта буранмы әллә? Яратам мин үҙем ошондай көндәрҙе», – тип ҡаршыланы ул. Ысынлап та, урамда һепертмә елдең ҡарҙары әле тегеләй, әле былай осорған сағы…


    – Флорид ағай, һөйләшеүҙе тыуған яғығыҙҙан башлайыҡ. Нимә генә тиһәң дә, Һеҙ бит төрлө жанрҙағы башҡорт әҙәбиәте классиктарын биргән Мишкә яғынан...
    – Эйе, бик күренекле төбәктәнмен. Бала саҡта ауылдашым, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Али Карнайҙың рухы менән һуғарылып үҫтем. Беҙ бәләкәй саҡта уның хаҡында бик күп һөйләй торғайнылар. Ул да бит ошо ерҙән йөрөгән, ошо һауаны һулаған, ошо һыуҙарҙы эскән тип, уның кеүек ҡәләм оҫтаһы булыу теләге менән яндым. «Шайморатов – генерал» пьесаһын яҙғанда ла уның хаҡында онотманым. Ҡаһарман яҡташым күңелемдәге әҙәбиәт орлоғон үҫтереүгә үҙ йоғонтоһон яһаны. Мишкәлә, үҙең белеүеңсә, данлыҡлы Ҡыйғаҙытамаҡ та бар бит әле. Әсәйем шул ауылдан. Борон-борондан ҡан буталмаҫ өсөн башҡорт ауылдары – Оло Шаҙы менән Ҡыйғаҙытамаҡ ҡыҙ бирешеп, ҡыҙ алышып йәшәгән. Ҡыйғаҙытамаҡ – ул Бабичтар төйәге. Мәшһүр Шәйехзада Бабичтың атаһы Мөхәмәтзакир беҙҙең ауылда ла указлы мулла булған, аҙаҡ Шәйехзаданың ике апаһы беҙҙең ауылға килен булып төшкән, шунда йәшәгән. Хәйер, был ике ауылды бик күп туғанлыҡ, рухи ептәр бәйләй.
    – Һеҙҙе ғаиләгеҙҙә ниндәй рух менән тәрбиәләнеләр?
    – Сания һәм Миңнемулла Бүләковтарҙың ғаиләһендә өс малай үҫтек. Мин – өлкәне. Рәүеф, Илдар исемле ҡустыларым бар. Әсәйем матур итеп йырлай торғайны, моңло кеше булды.
    Атайым ауыл клубы мөдире ине. Театр ойоштороп, «Fәлиәбаныу»ҙы сәхнәләштереп, тамашасыны илатып йөрөгән кеше әле ул. Атайым, ерле-юҡтан көлкө сығарып, көлдөрөргә лә оҫта булды. 23 февралгә ауылда концерт күрһәткәндә, әсәйем беренсе рәткә килеп ултырып, һыны ҡатҡансы көлгән-көлгән дә, тулғағы башланған. Ана шулай әсәйҙе көлдөрә-көлдөрә, илай-илай донъяға килгәнмен мин. Атайым концерттан ҡайтыуға – малай ҙа әҙер (көлә). Бик буран көндө тыуҙың, ти ине улар. Үҙемде белә-белгәндән ана шулай бер 23 февраль дә буранһыҙ үткәне юҡ.
    – Буранда тыуған малайҙың күңеленә буран инеп ояламанымы икән? Сәхнә әҫәрегеҙҙә тәрән һыҙланыу, тормош ысынбарлығы менән килешмәү һыҙылып ята...
    – Бәлки, ысынлап та, шулайҙыр. Нисектер ул хаҡта уйланған юҡ ине, әммә бына әле үҙем дә аптырап торам: күңелемдә һәр ваҡыт булған хәл-ваҡиғалар, әйләнә-тирә менән килешмәү тойғоһо ҡойон булып йәшәй. Бәлки, ана шул хис әҫәр булып йәнемдән һарҡалыр...

    Афарин, һин үҙеңде күрһәттең, тиҙәр. Нимә һуң ул «үҙеңде күрһәттең»? Үҙ халҡың менән бергә генә үҙеңде күрһәтергә мөмкин.
    Әлбиттә, иҫкәрмәләр бар: мәҫәлән, Рудольф Нуриев. Әммә: «Һинең тыуған ерең ҡайҙа?» – тигән һорауға ул бик бойоҡ ҡына: «Минең тыуған ерем – ул сәхнә», – тип яуап биргән. Был эпатаж түгел, был трагедия – уның һәм дөйөм трагедиябыҙ. Юҡ, мин күптән үҙ театрым сиктәрендә генә бәхәсләшеүҙән уҙғанмын. Унда, уның сиктәрендә, үкенескә ҡаршы, беҙҙе көтмәйҙәр. Унда иң беренсе милләт үҙен күрһәтергә тейеш.

    – Флорид ағай, Һеҙгә тормош үҙе яйлап драматург ҡәләмен тотторманымы икән?
    – Барҙыр. Сөнки бала саҡтан ҡәләм тирбәтһәм дә, халыҡ театрының етәксеһе булған атайымды Мишкә районы үҙәгенә район театры етәксеһе итеп саҡырғас, беҙ ҙә бер-ике йылдан унда күстек. Рус мәктәбендә мариҙар менән аралашып үҫтек. Башҡа халыҡтарҙың көйҙәре нотаға һалынған, нишләп мариҙарҙыҡы юҡ икән, тигән уй менән мари ауылдары буйлап фольклор йыйырға сығып киттем. Әгәр 14 – 15 йәштә районда билдәле баянсы булһам, аҙаҡ район мәҙәниәт йорто эргәһендә «Эрвел» ансамблен төҙөп, халыҡтар мәҙәниәтен киң йәйелдереп ебәрергә тырыштым. «Эрвел» – көнсығыш иле тигәнде аңлата. Исемен дә үҙем ҡуштым. Бер йыйынтыҡлыҡ мари көйҙәрен Йошкар-Олала китап итеп сығарҙылар. Был осорҙа көйҙәр ҙә, хикәйәләр ҙә яҙа инем инде. Әммә әрме хеҙмәте тотош тормошомдо үҙгәртте лә ҡуйҙы. Мағышлаҡ ярымутрауының Ҡарагир уран руднигы донъяла икенсе төрлө тормош, йәшәйеш, мөхит, һулыш барлығын да күрһәтте. «Гөлнара» исемле повесымды ошо йылдарҙағы кисерештәрҙән һуң яҙғайным.
    – Шағирә Тамара Fәниева Һеҙҙе, һиҫкәндерерлек мәҡәләләр яҙа ине, тип хәтерләй...
    – Әрме хеҙмәтенән һуң апаруҡ ҡына осор Мишкә, Бөрө районы, «Ленинсы» – «Ленинец», «Советская Башкирия» гәзиттәрендә эшләргә тура килде. Тәүгеләрҙән булып башҡорт атының яҙмышы хаҡында «Толпарҙар», рейхстагҡа беренсе булып әләм элгән Мишкә районы егете Fәзинур Заһитов хаҡында яҙыуым менән ғорурланам. Ҡәләм оҫтаһы ҡайҙа ғына эшләһә лә, нимә генә яҙһа ла, иң беренсе халыҡтың рухын күтәрерлек мәсьәләләрҙе яҡтыртырға тейеш. Рух төшөнкөлөгө, кәйеф хөртлөгө бик ҡурҡыныс нәмә ул. Һүрелерҙәй мәлдәрҙә лә өмөт уятырлыҡ нәмәләр барлығын онотмау бик мөһим.
    – Үҙ хәбәрсе булып тап Ишембайға китеүегеҙ нимәгә бәйле?
    – Үҙ хәбәрсе эшен тәҡдим иткәс, Салауатты ла, Стәрлетамаҡты ла, Мәләүезде лә һайламай, Ишембай, тинем. Сөнки ауылдашым Али Карнай тап шунда эшләп, гәзит ойоштороп, тәүге нефтселәр хаҡында «Ишембай» исемле әҫәрен яҙған. Унда барып, яңылышмағанмын, тип уйлайым. Сөнки ул ваҡытта ҡатыным Светлана менән ҡыҙыбыҙ Айгөлдө тәрбиәләй инек инде. Ул икенсегә ауырлы саҡта өс бүлмәле фатир ғаиләбеҙ өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға ла булды. Ана шулай ҡәҙимге эш менән шөғөлләнеп, мәҡәләләр яҙып йәшәп ятҡанда, М. Fафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Салауат ҡалаһына гастролгә килде. Режиссер Рифҡәт Исрафилов менән әңгәмә кәрәк, тинеләр. Барҙым. Ә ул: «Яңы драматургтар юҡ. Ниндәй әҫәрҙе сәхнәләштерергә белеп булмай. Халыҡтың тын алышын, һулышын һүрәтләүселәр юҡ», – тине. Минең яҙылған пьесалар бар ине, шуларҙы икенсе көндө күрһәтеп ҡараным.
    – Исрафилов аҙаҡ «Современная драматургия» журналында: «Әҙәбиәтебеҙгә өлгөрөп еткән үҙенсәлекле, яңы ҡарашлы драматург килә», – тип яҙған түгелме?
    – Дөрөҫөн әйткәндә, уның, бер төн эсендә йотлоғоп уҡыным, был әҫәрҙәр бөгөндән сәхнәгә сығырға тейеш, тип әйтеүе бик ныҡ аптыратты. Күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме, бер кем дә ишетмәгән дә, белмәгән дә Флорид Бүләковҡа, «Медовый остров» әҫәрен сәхнәләштерәбеҙ, тиҙәр. Исрафилов уны 1991 йылда Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры сәхнәһендә тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итте. Шунда ғына уның әйткәненә ышандым: башта, шаяртамы икән, тигән уй ҙа үткәйне. Белеп буламы ни ижад кешеһенең күңелендә ни ятҡанын?! «Камикадзе», «Ҡанатланып ос һин, толпарым!» кеүек әҫәрҙәрем бер-бер артлы сәхнәгә сығып китте. Пьесалар яҙа башлағас, журналистиканы ташланым. Атайым был юлды һайлауымды аңлап та бөтмәне, риза ла булманы: кеше коммунистарҙың төп гәзитендәге эшен ташлаймы ни, тине. Әммә Өфөгә «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?» әҫәрен ҡарарға килгәс, аңланы ул мине: илап сыҡты атайым был спектаклдән.
    – Флорид ағай, кем ул драматург?
    – Ул – үҙ заманының һиҙгер барометры.
    – Нисек яҙаһығыҙ?
    – Әлбиттә, драма яҙайым әле, тип махсус маҡсат ҡуйып яҙмайһың. Әҫәрҙе яҙғанда яңы фекер, яңы идея булырға тейеш. Автор күңелендә яралған һыҙланыуҙың тамашаны ҡарағандан һуң тамашасы күңелендә лә яралыуы мөһим. Кемдеңдер, мин дә шуны уйлап йөрөгәйнем, мине лә шул һыҙландыра ине, тигәнен ишетеү – драматург өсөн ҙур баһа.
    – Башҡорт театры рус театрынан бик ныҡ айырыла: хистәр, фекерҙе еткереү, менталитет бөтөнләй башҡа төрлө. Ниңә башҡорт театрҙары ҡалыплашҡан алым менән уйнарға тейеш һуң?
    – Эйе, башҡа милләт театрҙары рус театрҙарынан бик ныҡ айырыла. Фәрит Бикчәнтәев «Театральная жизнь» гәзитендә был хаҡта яҙып та сыҡҡайны. Сөнки Мәскәүҙең ҡайһы бер театр тәнҡитселәре башҡа милләт театрҙарының асылын тулыһынса аңлап та етмәй, хатта кәмһетеп ҡарау ҙа бар.
    Мәҫәлән, шәхсән үҙем башҡорт һәм рус театры өсөн бер үк пьесамдың айырым варианттарын эшләйем. «Әбейҙәргә ни етмәй?», «Таштуғай», «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?» пьесаларын шулай эшләнем, сөнки башҡорт тамашасыһы өсөн яҙылғанын рус аудиторияһы ҡабул итмәйәсәк һәм киреһенсә. «Әбейҙәргә ни етмәй?» пьесаһының русса вариантында дүрт мәрйә әбейе янына бер башҡорт бабайы килә. Ул әҫәр «Современная драматургия» журналында баҫылып та сыҡты. 20-ләп театр ҡуйған был пьесаны һаман да сәхнәнән төшөрмәйҙәр. Ҡаҙағстан, Беларусь, Украина, Латвия тамашасыһы уны үҙ итте.
    – Ә Бельгияла ҡуйыласаҡ «Ҡыҙҙар ни өсөн илай?» пьесаһының варианттары бармы?
    – Уны ла яңынан эшләнем. «Подруги» исеме менән ул рус тамашасыһы өсөн әҙерләнде.
    – Флорид ағай, драматург булараҡ, тамашасының төрлө булыуын беләһегеҙ, ә ни өсөн режиссерҙар шуны тоймай? Сәхнәләге аҡырыш-баҡырыш йәнегеҙгә теймәйме?
    – Станиславскийҙың алымын хәҙер бөтәһе лә һүгә, юҡҡа сығара, тиергә лә була. Әммә ул бит, театр бары ошолай булырға тейеш, тип әйтмәгән. Уның алымдары иҫкергән икән, яңы режиссер яңы алымдар табырға тейеш. Ысынлап та, халыҡ рухын, күңелен тойоп эшләүсе режиссерҙар бик аҙ хәҙер. Башҡорттар бит шатланғанда ла, ҡайғырғанда ла тышҡа сығарып, эмоцияларын асыҡтан-асыҡ белдереп бармай.
    – Асылы менән башҡорттар драматик халыҡ, минеңсә. Сөнки күп нәмә хәрәкәтенә, эсенә һалынған.
    – Эйе, уныһы ла бар. Сәхнә әҫәрен маҡсатлы рәүештә тамашасы өсөн яҙаһың. Эш башында геройҙарың менән һөйләшәһең, фекер алышаһың, бәхәсләшәһең. Ана шулай тыуа пьесаларым. Ҡәләм тирбәтеп һәм мәҙәниәт өлкәһендә эшләп килгәс, миңә әҙәбиәт менән сәхнә синтезы булған драматургияны аңлауы ауыр булманы. Ул миндә йылдар буйы тупланып килгән. Шуға баштан уҡ әҫәр өҫтөндә эшләү, уны сәхнәлә тойоуы һис тә ҡыйын түгел ине миңә.
    – Эшләү, тигән һүҙегеҙгә баҫым яһап, шуны һорағым килә: тимәк, драма әҫәре өҫтөндә илһам, идея елкәне генә түгел, ә хеҙмәт елкәне лә балҡый?!
    – Драматург Наил Fәйетбаев йәштәрҙе драма яҙырға ла өйрәтмәксе. Эйе, уның үҙ технологияһы бар ҙа һымаҡ. Әммә әҫәр, идея иң беренсе күңелдә яралырға тейеш бит. Драматургия юҡ нәмәнән бар була алмай. Драматург булып тыуырға кәрәк! Уйлауымса, тәбиғәт ул һәләтте бирмәһә, көсәнеүҙән бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Талҡаҫта нисәмә йыл семинарҙар үтә, әммә яңы йәш драматургтар ҡайҙа һуң? Ундағы аралашыуға, фекер алышыуға һис ҡаршы түгелмен, әммә күңелеңдә драматик орлоҡ булмаһа, ҡыҫыр хистәр дөрләй алмай.
    – Драма әҫәрендә иң мөһиме нимә?
    – Пьесала иң мөһиме һүҙ түгел, ә хәрәкәт. Геройҙың эске хәрәкәте булмаһа, әҫәрҙе юҡ тип иҫәпләргә мөмкин. Һынылышлы мәлдә берәүҙең донъяға, кешеләргә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәреүенең эске кисерештәре аша бирелеүе бик мөһим.

    Беҙҙең быуындарға һеңдерелгән иң ҡурҡыныс ялған – «Аврора» залптарына тиклем башҡорттарҙың әҙәбиәте, мәҙәниәте, теле һәм яҙмаһы булманы, тип әйтеү. Мин хеҙмәт иткән театр етмеш йыллыҡ түгел, ә меңәр йыллыҡ тарихлы. Мин яңылыш әйтмәнем, борондан килә ул башҡорт театры. Уның тамырҙары быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Унда драма сәнғәтенең шедеврҙары бар: «Таштуғай» трагедияһы – донъялағы иң тәүге йәненә урын тапмаған, илһеҙ йәшәүҙең мәғәнәһен күрмәгән йән тураһындағы драма. Уларҙа бөтәһе лә булған: грек хоры ла, монологтар ҙа, күҙҙең яуын алырлыҡ күмәк халыҡ хәрәкәттәре лә – бөтәһе бергә театр тип аталған донъя...
    ... Бөтәһе лә театрға ғына ҡағылһа икән... Беҙ үҙ шағирҙарын алда әйтелгән залптарҙан һуң уҡ һатҡан халыҡтарҙың береһе (Шәйехзада Бабичты «Урал илселәре» тарафынан ебәрелгән мужиктар ҡан дошманын үлтергән һымаҡ тураҡлап һәләк итә). Был хәлдәр беҙгә үҙебеҙ хаҡында бер генә тапҡыр иҫкәртмәҫ әле. Хоҙай ҡайтара, тип әйтәләр бит әле.

    – Бөгөн драматургты ниндәй һорауҙар борсой?
    – Йәш саҡта нисектер еңел яҙылған төҫлө: тема бармы-юҡмы, уйлап-нитеп тормайһың, яҙаһың. Шулай эшләү дөрөҫөрәк тә кеүек миңә. Өлкәнәйә килә, уйланаһың, күп китап уҡылған, шуға күрә үҙеңде, йә башҡаны ҡабатламайһыңмы икән, тип икеләнәһең. Әле «Һөйөү сәғәте һуҡҡанда» комедияһын яҙҙым. Комедия – бик үҙенсәлекле жанр. Көлгәндә кешенең күңеле асыла һәм шул асыҡ күңелгә яйлап-яйлап ҡына етди, уйландырырлыҡ фекер һалырға мөмкин. Кеше үҙенең көлөүенән тетрәнер мәлгә етә. Трагикомедия – яратҡан жанрым. М. Fафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында был пьесаны режиссер Борис Манджиев сәхнәләштерәсәк.
    – 1812 йылғы һуғыш тураһында «Париж» нәфис фильмының киносценарийын да яҙғайнығыҙ?
    – Әле уға бағыусы, аҡса эҙләйҙәр. Режиссер Венера Йомағолова уны төшөрөргә ниәтләй.
    – «Башҡортостан» телевидениеһын ҡараусылар һеҙҙе беренсе башҡорт сериалы – «Ай ҡыҙы»ның авторы булараҡ та белә...
    – Әле «Ай ҡыҙы»ның өсөнсө өлөшөн төшөрөр өсөн 17 серия яҙырға тейешмен. Ана шул бер сериалға 3 – 4 пьеса материалы һалына, ул үҙенсә көс талап итә. Халыҡ сериалды йылы ҡабул итте, шуға әле уйланып, шуның өҫтөндә эшләйем. Бөгөн ике комедия ла яҙам. «Эскимосса үбешеү» тигәне тамамланған инде.
    – Яҙған әҫәрҙәренең ҡайһыһы эске ауазығыҙ сағылышы, тормош кредоғыҙҙы аса?
    – Моғайын, мине аңлау, тойоу өсөн бөтә әҫәрҙәремде ҡарап сығырға кәрәктер, бары шунда ғына авторҙың кәйефен, күңел торошон тойомлап була. Мин дә бит һәр ваҡыт бер төрлө түгел. Йәнә лә халыҡтың кәйефе, әлеге мәлдәге тын алышы ла була бит әҫәрҙә. Пьесанан пьесаға фекерең дә күсеп китә. «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?» пьесаһына тормош принциптарым һалынған. Ул миңә бигерәк үҙ. «Дело святое» тигән исем аҫтында уның өсөнсө вариантын яҙҙым. Оҫта ваҡыт үткән һайын йышып, матурлап, үҙ әйберенә яңы төҫ биргән кеүек, пьесаларым өҫтөндә лә йылдар үткән һайын эшләйем. Оҙаҡламай Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә 16 пьесам ингән китабым донъя күрәсәк. Унда элекке әҫәрҙәремде лә индерҙем. Драматург өсөн китап сығарыу мөһимме икән, тип уйлағаным да бар.
    – Йәштәр араһынан кемдәргә драматургия ене ҡағылған һымаҡ? Һеҙ бит үҙегеҙ тормош, мәҙәниәт, проза аша драматургияға килгәнһегеҙ, бәлки, шундай орлоҡ һалынған берәйһе күҙегеҙгә ташланғандыр?
    – Рәмил Ҡолдәүләттән бик күпте көткәйнем. Шәп яҙҙы, әммә арабыҙҙан иртә китеү сәбәпле, ул яҙыласаҡ аҫыл әҫәрҙәрен дә үҙе менән алды.
    Әле халыҡтың аңын юҡ-бар сериал, көлкөһөҙ «юмор» менән томалап, бөтә телевидениены шуның менән тултырып баралар. Ул примитив нәмәләр шул тиклем ялҡытҡан, хатта ҡайһы ерендә ҡайғырырға, көлөргә белмәйһең. Шуға күрә мин, йәштәр араһынан драматургтар үҫеп сығыр, тип өмөт итәм. Халыҡтың эсендәге өнһөҙ ҡысҡырыуҙан тыуған ялҡын драматургияны ла яуламай ҡалмаҫ.
    Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.

    Категория: СТАТЬИ | Добавил: florid_buljakov (20.07.2010)
    Просмотров: 879