Флорид Бүләков драматургияhы - СТАТЬИ - ПРЕССА - Каталог статей - сайт драматурга Флорида Булякова
Понедельник
20.02.2017
02:16
ПРОЗА
МИНИАТЮРЫ             
 
 
 

ДЕДУШКИН ДНЕВНИК

ПЬЕСЫ


 

 
КАТЕГОРИИ
СТАТЬИ [37]
Форма входа
Друзья сайта
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz
  • Статистика

    Ты тоже здесь?: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0
    Рейтинг@Mail.ru Rambler's Top100

    ...

    Каталог статей

    Главная » Статьи » ПРЕССА » СТАТЬИ

    Флорид Бүләков драматургияhы
    Башкирский язык и литература
    №1, 2010 г. Флорид Бүләков драматургияhында рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр



    Р.Б. ӘХМӘҘИЕВ,
    филология фәндәре докторы

    Һуңғы йылдарҙа башҡорт драматургияһында иң әүҙем эшләгән әҙиптәр­ҙең береһе – Флорид Бүләков. Һәр маһир һүҙ оҫтаһы менән булған шикелле, ул өйрәнеү осорон кисермәне, ижадында һан һәм сифат нисбәттәре бер-береһенә ҡаршы килмәне, тәүге әҫәр­ҙәренән үк тамашасы күңелен яуланы. Ф.Бүләков драматургияһы ысын мәғәнәһендә башҡорт һүҙ сәнғәтенең бөтә Рәсәй мәҙәниәтендәге һәм әҙәбиәтендәге илсеһе булып әүерелде.
    Ф.Бүләков драматургияһы хаҡында һүҙ йөрөткәндә, әҫәрҙәрендә ошондай бер уртаҡ күренештең булыуын билдәләргә кәрәк: пьесаларҙың геройҙары, өлкән быуын кешеләре булараҡ, үткән ғүмерҙәре тураһында уйланып, үҙҙәренең алдына "мин нисек йәшәнем?” һорауын ҡуя. Ғәҙәттә, бының өсөн формаль күрһәткес кенә түгел, драматик хәрәкәтте ойоштороу­сы композицион сара әһәмиәтендәге көтөлмәгән хәл-ваҡиға сәбәпсе була. Мәҫәлән, "Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?..” пьеса­һындағы Абдулла ҡарт эргәһенә һис уйламағанда Әжәл килә. Тап шул осрашыуҙан һуң Абдулла былай ти: "Үҙ ғүмеремдә үҙемсә йәшәй алмағанмын икән, өҫтәмәһендә үҙемсә йәшәрмен”. Абдуллаға өҫтәмә ғүмерҙе ана шул Әжәл вәғәҙә итә лә инде. Тик уның шарты ҡаты: Абдулла өс сәғәт эсендә бер генә сауаплы эш башҡара алһа ла, уға өҫтәмә ун йыл ғүмер биреләсәк! Ҡаты ауырып түшәктә ятҡан Абдулла сараһыҙҙан тәҡдимде ҡабул итә.
    Әжәл тарафынан бирелгән ваҡыт эсендә Абдулла менән уның ҡатыны Фатима тормошоноң ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та яҡтары асыла. Был ике өлкән кешенең хәл иткес шарттарҙа хыялдарын ысынбарлыҡ итергә тырышыуы, әлбиттә, көлкө. Ул Абдулла менән Фатиманан трагикомедия герой­ҙары яһай. Абдулла, мәҫәлән, үҙе әйтмешләй, запас ун ғүмер алыр өсөн ниндәй генә ҡиәфәткә инмәй ҙә, ниҙәр генә уйлап сығармай. Ләкин Абдулла менән Фатиманың "өҫтәмә ғүмер” алыу ниәттәре барып сыҡмай, улар әжәлгә дарыу табыу теләгенә ирешә алмай. Был – һис шикһеҙ, әҫәрҙең трагикомик һөҙөмтәһе. Уның төп сәбәптәрен автор Абдулланың үҙендә, йәшлегендә үҙһүҙлелеге, тиҫкәрелеге арҡа­һын­да яһаған хаталарында күрә. Абдулла эш менән мәшғүл булып, ҡатынының һүҙҙәренә иғтибар бирмәй, уның һыҙланыуҙарына, борсолоуҙарына ҡолаҡ һалмай. Алда йәшәйһе йылдар бар әле, тип, үҙен дә, ҡатынын да йыуатыу менән сикләнә. Шул рәүешле ғүмеренең үтеп киткәнен һиҙмәй ҡала.
    Ысынында иһә, Абдулланың теләктәре изге: "Бер оло ғына хыялым бар минең, Фатима, – ти ул ҡатынына, – буласаҡ улымды үҙ балым менән ҡаршы алырға өмөтөм. Үҙ балым менән”. Шуның өсөн ул ашыға, алһыҙ-ялһыҙ эшләй, төндәрен солоҡтан умарта яһай. "Солоҡсо башҡортҡа кейәүгә сыҡтың бит”, – тип, ул Фатимаһын да эшкә ҡуша. Ҡатыны ауыр ағас күтәреүҙән имгәнә, әсәлек бәхетенән мәхрүм ҡала.
    Һынау өсөн бирелгән ваҡыт эсендә Абдулла үҙен өр-яңынан тыуғандай хис итә. Ләкин былар тышҡы билдә генә. Яҙмыш иронияһы буйынса, улар хатта тыуыр балаһына тип йыйған балды балалар йортона илтеп тапшырыу хәленә киләләр. Был теләктәрен дә тор­мош­ҡа ашыра алмағас, Абдулла нисәмә йылдар баҫып килгән хистәрен, тойғоларын тыя алмай әрнеүле тауыш менән ҡысҡырып ебәрә: "Их, үҙ улым булһасы!.. Үҙ малайым!..”
    Абдулланың күңеле нескәреп, йомшарып китеүе ирҙең ҡатыны, тыумай ҡалған балаһы алдындағы ғәйебен кәметмәй. Киреһенсә, драмаһын кө­сәйтә, яҙмышының трагедияһын асыҡлай, сөнки ул йәшәүенең асылын һуңлап, эш уҙғас ҡына аңлай. Ваҡытында ҡатынының бала табыу, әсә булыу бәхетенән мәхрүм ҡалыуын белмәй. Фатимаһы йылдар буйы күңелендә йөрөткән, бер кемгә лә белдермәгән һорауына яуапты ишетеү бәхетенә ирешә алмай: "Һөйәһеңме – һөймәй­һеңме?..”
    Ф.Бүләковтың икенсе бер әҫәре йөкмәтке һәм формаһы менән шул уҡ һорауға яуап эҙләү рәүешенә ҡоролған. "Әбейҙәргә ни етмәй?..” тип атала ул. Исеменән үк билдәле мәсьәләне драматург алдағы әҫәрендәге шикелле, айырым шәхес яҙмышына ғына ҡайтарып ҡалмай, ауыл әбейҙәре тормошондағы сәхифәләрҙе бергә туплап, бөгөнгө ысынбарлыҡ өсөн көнүҙәк проблемаларҙың сығанаҡтарын эҙләй. Социаль проблема бында ап-асыҡ: әбей­ҙәр ҡалған ғүмерҙәрен колхоз төҙөп биргән ҡарттар йортонда үткәрә. Улар өсөн башҡа төрлө әмәл ҡалмаған: өйҙәре күптән сереп емерелгән, ауылдары юҡҡа сыҡҡан. Ирҙәре, Әҡлимә исемлеһе әйтмешләй, мамонттар кеүек ҡырылып бөткән. Шуның менән бергә, ҡарсыҡтар бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәүҙәре менән генә ҡәнәғәтләнмәй: улар ауылдарын, тыуған нигеҙҙәрен һағына, ирҙәрен иҫтәренә төшөрөп, илап та ала. Юҡ-юғында, һүҙ сыҡҡанда, ҡыйыуыраҡтары бөгөнгө хәлгә тарығандары өсөн властарҙы шелтәләй, тәнҡитләй. Шулай ҙа автор социаль мәсьәләләргә артыҡ туҡталып тормай. Өлкән быуын кешеләренең йәмғиәт тарафынан ҡыйырһытылыуы, онотолоуы, иғтибарға мохтаж булыуы һиҙҙермәҫтән икенсе проблема – рухи бөтөнлөк һәм берҙәмлек проблемаһына барып тоташа. Был проблемаға автор Абдулла образы ярҙамында мөрәжәғәт итә. Ҡарттар йортона бер тапҡыр ғына килеүенә ҡарамаҫтан, Абдулла әбей­ҙәр­ҙең күңелен яулап өлгөрә. Уларҙың һәр береһе (кемдер етди, кемдер шаяртып) бөгөндән үк был буйҙаҡ ҡарттың ҡатыны булырға йыйыныуын белдерә. Тик уларҙы Абдулланың үҙ ауылында "һуңғы мамонт” булыуынан бигерәк, нисек итеп бер яңғыҙы ғына ҡалыуына ҡарамаҫтан, тыуған тупра­ғын ташлап китмәүе, етмәһә, яңы, ма­тур, йылы өйөндә көн итмеше ҡыҙыҡ­һын­дыра. Шуны барып күреү ҙә улар­ҙың күңеленә йыуаныс бирер һымаҡ.
    Әйтергә кәрәк, рухи берҙәмлек һәм бөтөнлөк проблемаһына автор үҙ мөнәсәбәтен белдерә. Уның асылы бер ни тиклем тантаналы күренгән Абдулла монологында беленә: "Быға тиклем һыйынырға, йылынырға урын таба алмай, бөтә донъянан айырылып, рәнйетелеп бер яңғыҙыбыҙ йәшәнек. Бер-беребеҙгә таянып, һырынып, бер-беребеҙҙең ҡәҙеркәйҙәрен генә белеп, татыу ғына йәшәмәһәк, беҙҙе сүп урынына тапап ҡына үтерҙәр. Заманы шундай хәҙер...” Ф.Бүләков үҙе лә әҫәре хаҡында уйланып, моңһоу, һағышлы комедия килеп сығыуын таный. "Бөгөнгө йәмғиәт тә, – ти ул, – әгәр нығыраҡ иғтибар итһәң, үтәнән-үтә ошо тойғо менән һуғарылған”.
    Ф.Бүләков геройҙары һәр саҡ эҙләнә, төпсөнә, шул арҡала һәр төрлө юғалтыу-табыштарға дусар була. Былар, әлбиттә, тамашасыны битараф ҡалдырмай. Әйтәйек, Абдулланың тыуасаҡ һәм тыумай ҡалған улы хаҡындағы кисерештәре, Әжәл тарафынан ҡуйылған шарттарҙы үтәйем тип тырышып йөрөүе, һис шикһеҙ, теләктәшлек тыуҙыра. Ҡарттар йортонда йәшәгән әбейҙәрҙең яңы шарттарға түҙә алмайынса кисергән тойғолары шулай уҡ ауаздашлыҡ таба. Персонаждарҙың күнегелгән шарттарҙан ситкә сығырға ынтылыуын ғына ла рухи ҡаһарманлык тип баһалап булыр ине. "Ни өсөн мин ҡырҡ йыл буйы көтөү көттөм?” Абдрахмандың ("Бибинур, ах, Биби­нур!..”) үҙ-үҙенә биргән был һорауын шулай уҡ шәхсән проблемаларҙы ижтимағи шарттарға арҡаланыу рәүеше тип түгел, ә рухи үҙаллылыҡҡа ынтылыу тип аңларға кәрәк.
    Абдулла ҡарттың Әжәл менән осрашыуы шартлы күренеш булған кеүек, ауыл көтөүсеһе Абдрахмандың фарсы ҡыҙы Бибинурҙы казак атаманы Степан Разиндың бер нисә тапҡыр һыуға батырыуынан ҡотҡарып ҡалыуы, Абдулла – Бибинур диалогтары шулай уҡ шартлылыҡ. Автор быны фантасмагория, йәғни, геройҙың (Абдрахман­дың) хикмәтле һаташыуы тип билдәләй. Ысынлап та, мөхәббәткә юлығыу Абдрахман тормошоноң аҫтын-өҫкә килтерә, тойғо-кисерештәрен яңыртып ебәрә. Абдрахман ысынбарлыҡ менән хыял араһында сик барлығын тоймай башлай, уның өсөн бер төрлө хәлдән икенсеһенә күсеп йөрөү ғәҙәткә кереп китә. Шулай ҙа Бибинурҙы тәүләп күргәндән һуң тыуған һөйөү хистәрен аңлатып бирергә тырышыуҙары Абдрахман өсөн бары тик хыялда ғына була торған хәл. Күңелендәгеһен асып һалыуына ул ышанып та етмәй. Шунлыҡтан Абдрахман үҙе йәшәгән мөхиттән ситкә китмәй. Уның хыял донъяһы, автор фекеренсә, бөгөнгө ысынбарлыҡтың асылына тәрәнерәк төшөнөргә булышлыҡ итә. Аңлашыла, реаль тормош шарттарында ауылдаштары уны, аҡылдан яҙған тип, дауаларға – йәненән енен ҡыуып сығарырға теләй. Тормошта ҡыйыу булған шикелле, Абдрахман шартлы мөхиттә – китап донъяһында ла мөхәббәтенең сафлығын, үҙенең кешелек асылын һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшә. Степан Разин менән осрашыу мәлендә үҙенең эскер­һеҙлеген атамандың бунтарь холҡона ҡаршы ҡуя. Разиндың Бибинурға ҡарата күрһәткән яуызлығын Абдрахман ҡаты тәнҡитләй, өҫтәүенә, ирек, рухи азатлыҡ бер ҡасан да башҡаларҙың бәхетһеҙлеге иҫәбенә яуланмай, ти. "Дауалау” күренешендә лә ул үҙен лайыҡлы тота – күңелен бушлыҡ солғап алмаһын өсөн йәненән енен ҡыуыуға ҡаршы төшә. Шуның менән Абдрахман рухи ҡоллоҡҡа дусар ителеүҙән ҡотолоп ҡала. Бындай герой ысын халыҡ яҡлауын, яратыуын тапты – "Бибинур, ах, Бибинур!..” әҫәренең Рәсәйҙең дәүләт премияһына лайыҡ булыуы быға асыҡ дәлил.
    Ф.Бүләков үҙ әҫәрҙәрендә көнүҙәк проблемаларға халыҡсан традициялар, юғары әхлаҡи ҡанундар күҙлегенән яҡын килә. Мәҫәлән, тоҡомло баш­ҡорт аттарын һаҡлап ҡалыу мәсьәләһен ул элегерәк, журналист булып эшләгәндә үк, күтәреп сыҡҡайны. Әле килеп, "Ҡанатланып ос һин, Толпа­рым!” пьесаһында телгә алынған проблеманың ижтимағи йәһәттән сикләшмәйенсә, уны рухи-әхлаҡи юҫыҡҡа күсергән. Ошо яғы менән Баһанур образы иғтибарға лайыҡ. Кем ул Баһанур? Ул – шул уҡ тоҡом аттарын юҡ итеүселәрҙең береһе. Хата эшләгәнен аңлай, ләкин башҡалар алдында асыҡтан-асыҡ танырға ҡыйыулығы етмәй. Хужаһы ҡаршыһында бөгөлөп төшкән килеш ҡатып ҡалған кеше ул, ташҡа әүерелгән һын.
    Ф.Бүләков был әҫәрендә образдар­ҙың үҙенсәлектәрен, нескәлектәрен асыҡлауға ҡарағанда, уларҙың төп характер һыҙаттарын күрһәтеүгә баҫым яһаған. Авторҙың маҡсаты – яуызлыҡты фашлау, шул уңайҙан шәхес культына, уның эҙемтәләренә мөнәсәбәт белдереү. Ә яуызлыҡтың символын сағылдырған Баһанурға, билдәле, кешенең ысын шәхеслеген раҫлаусы, йәғни ҡылған ҡылыҡтарының ғәҙел, йәшәү принциптарының гуманлы булыу-булмауын анализлай алған "күңел диалектикаһын” кисереү хас түгел. Баһанурға уйланыуҙар, тетрәнеүҙәр, икеләнеүҙәр, хыялға бирелеүҙәр кеүек әҙәми сифаттар ят. Бының өсөн уның кеүек эгоист түгел, ә Генерал кеүек ("Шайморатов генерал”) халыҡ идеалы, Абдрахман кеүек ("Бибинур, ах, Бибинур!..”) юғары идеалға ынтылыусы ябай ауыл көтөүсеһе булыу кәрәктер. Бындай үҙенсәлектәр, әлбиттә, геройҙарға реаль һыҙаттар өҫтәй, уларҙы ысынбарлыҡҡа яҡынайта, рухи-әхлаҡи эшмәкәрлек даирәһен бермә-бер киңәйтә. Ф.Бүләков әҫәрҙәрендә улар бер үк ваҡытта драматик конфликт өсөн ойот­ҡо, энергетик сығанаҡ булып тора.
    "Ҡанатланып ос һин, Толпарым!” – Ф.Бүләковтың драматургия өлкәһендә иң тәүге һәм, әйтергә кәрәк, уңышлы тәжрибәләренең береһе. Яҙыусының артабанғы пьесаларында характерҙар күп ҡырлы була барҙы, сюжет һығылмалы төҫ алды, рухи, интеллектуаль йөкмәтке менән байытылды, идея төпкәрәк йәшеренде, фекерҙәр кинәйәле мәғәнә алды. Ошо йәһәттән авторҙың "Дала ҡиссаһы” ("Йөрәктә ҡалған эҙ­ҙәр”) әҫәре айырым иғтибарға лайыҡ.
    "Дала ҡиссаһы” пьесаһында ла һо­рау­ҙар күп һәм төрлө-төрлө. Уларҙың һәр береһе әлеге заман кешеләренә төбәлгән. Һорауҙар ҡәтғи яуап талап итмәй, уларҙан һәр кем үҙенсә һығымта яһарға тейештер. Мифик заттар булараҡ, Саҡ менән Суҡ, бер айырылғас, бүтән осрашмай бит. Был юлы – әҫәрҙә лә шулай булырмы – ике бер туған бер-береһен тапмаҫмы, күрешеү бәхетенә ирешмәҫме?!. Ер йөҙөнә бер ҡасан да ҡабаттан ҡояш яҡтыһы төшмәҫме лә, милләтебеҙ ағасы шулай ҡорормо?!.
    "Дала ҡиссаһы” – мифологик фабулаға нигеҙләнеп, тарихи үткәндең, бөгөнгөнөң, дөйөм кешелек, аныҡ милләт мәсьәләләрен үҙ эсенә алған ҡатмарлы әҙәби форма, философик драма. Уның стилистик асылы – антитеза алымына ҡоролоуында. Антитеза­ның осо Саҡ менән Суҡҡа барып ялғана. Сөнки Саҡтың – Күкте, киләсәкте, ә Суҡтың (милләт әсәһенең) Ерҙе, үткәндәрҙе символлаштырыуы бер-береһенә ҡарата антагонистик позицияла торған, әммә дөйөмләштереү мәғәнәһенә эйә төшөнсәләрҙе һүрәтләү үҙәгенә ҡуйыу зарурлығын әйткән.
    Саҡ менән Суҡ яҙмышы – милләттең трагедияһы, уның меңәр йыллыҡ тарихының бер бите һымаҡ. Шуны ла аңлау кәрәк – милләттең аң-белемгә, физик һәм интеллектуаль камиллыҡҡа, киләсәккә ынтылыуы әлеге пьесала драматик хәрәкәт йәйелдерелгән Евразия киңлегендә, мәңгелек ваҡыт сылбырында дауам итергә тейешле.
    "Дала ҡиссаһы” Ф.Бүләков ижадының этаплы әҫәре һымаҡ ҡабул ителә. Унда бығаса беҙ осратҡан персонаж­дар­ҙы һәм характерҙарҙы, проблема­лар­ҙы һәм идеяларҙы, сюжеттарҙы һәм фабулаларҙы шәйләп була. Бөгөнгөгә яҡыныраҡ килгәндә, драмала ун ике башҡорт шағирының фәһемле яҙмышы тураһында ҡиссалар бирелгән. Был бер ҙә юҡтан түгел: драматург халҡының тарихи үткәненә, күренекле шәхестәр­ҙең яҙмышына ҡарата әле һаман һаҡланып килгән битарафлыҡҡа милләттәштәренең иғтибарын йүнәлтә. Авторҙың "тел төбөн” Хызыр Ильяс менән Шомбай диалогтарынан да аңлап була. Шомбайҙың Хызыр Ильяс миссияһының тейешле һөҙөмтәләр бирмәүенә, бының өсөн кемдеңдер ғәйепле икәненә баҫым яһауы мәрәкәләү өсөн генә түгел, ә ысын мәғәнәһендә әсе ирония: "...Һеҙҙең иң арҙаҡлыларығыҙ сит йырҙарҙы мөңрәп үләсәк... Урал тауҙың уртаһына ултырыр ҙа, эй, буҙлар, эй, олор – һүҙен дә, көйөн дә бер кем төшөнмәҫ – нимә тип йырлай, нимә юғалтҡан, нимә эҙләй..?”.
    Фәһемле, уйланырлыҡ һүҙҙәр, урынлы иҫкәртеү...
    Башҡорт драматургияһының һуңғы сирек быуатҡа яҡын ваҡыт арауығын "Флорид Бүләков осоро” тип билдәләһәк, һис тә арттырыу, фәстереү булмаҫ. Яҙыусыбыҙ шулай уҡ Рәсәй сәхнә әҙәбиәтендә һәм сәнғәтендә күренекле урын биләй. Минеңсә, ҡәләмдәшебеҙ, барыһынан элек, трагикомедия жанрында ижад иткән әҫәрҙәре менән билдәлелек алды, ихтирам яуланы. Тра­ги­комедия – ауыр, ҡатмарлы жанр. Дра­ма­тургтың трагикомик герой статусына эйә булған персонаждары үҙҙәренең алдына "ни өсөн, нисек йәшәнем?” тигән һорау ҡуя икән, тимәк, улар уйлана, хис-тойғолар драмаһы кисерә. Уларҙың "күңел диалектикаһы”нда сағылыш тапҡан илеңде, халҡыңды яратыу, уның үткәненә хөрмәт менән ҡарау, бөгөнгөһөн зирәк аҡыл менән ҡабул итеү, яҡын кешеңә иғтибарлылыҡ, ихтирам күрһәтеү, шул уҡ ваҡытта намыҫлы, үҙ-үҙеңә талапсан булыу кеүек ҡиммәттәр – Флорид Бүләков драматургияһының һабаҡтары.

    Категория: СТАТЬИ | Добавил: florid_buljakov (21.07.2010)
    Просмотров: 1728